2023 йылдың 26-28 июнендә Өфөлә етенсе тапҡыр «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале ойошторола. Оpen-air форматындағы форумдың Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә аналогтары юҡ, ул илдең иң яҡшы 10 фестивале иҫәбендә. Башҡортостан сәнғәтендә иң сағыу, онотолмаҫ, үҙенсәлекле сараға Өфө амфитеатрында тамаша ҡылырға мөмкин. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йыр-моң форумдың мәҙәни программаһы бик бай. Классик һәм заманса, симфоник музыка һәм милли мотивтар, илебеҙ киноһы һәм башҡалар. Өс көн дауамында музыка байрамы ҡунаҡтарын бик күп сюрприздар көтә. Көтөлмәгән дуэттар, төрлө йылдарҙағы хиттар, популяр башҡарыусыларҙың сығыштары һәм сағыу тамашалар. Беренсе көн, 26 июнь, кинематограф музыкаһы менән билдәләнә. Програмамала кино, эстрада йондоҙҙары совет һәм Рәсәй кинематографы йырҙары менән сығыш яһай. 27 июндә фестиваль программаһын «Славян баҙары» проекты дауам итә. Сара Милли кейемдәр парадынан башлана, шунан һуң ул Дуҫлыҡ әйлән-бәйләненә әүерелә. «Рәсәй – Белару