“Мәғариф “ милли проектының (национальный проект "Образование") “Социаль әүҙемлек” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре һәм Еңеү ирекмәндәре берлектә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алды. 22 июндә Ишембай ҡалаһында тотош илдәге һымаҡ Ҡайғы һәм хәтер көнө билдәләнде. Был көндө 82 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Ул 1418 көнгә һуҙыла һәм унда 26 миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Ишембайҙың Геройҙар аллеяһында ошо датаға арналған митингы уҙғарылды. Унда ҡатнашыусылар яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алды. Бөйөк Еңеүгә Ишембай ҙа ҙур өлөш индерә. Улар тәүге көндән алып аҙаҡҡаса яҡындарын, тыуған ерен һаҡлап батырҙарса фронтта һуғыша. “Мираҫ” социаль ресурс үҙәге тәрбиәләнеүселәр менән берлектә Ленинград өлкәһендә эҙләнеү экспедицияһы ваҡытында йыйылған экспонаттар күргәҙмәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Әйтергә кәрәк, бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.