Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ул беҙҙең Инсаф ине!

Ул быйылғы йылдың февраль айында Украинаның Волноваха районында һәләк булып ҡалды. Уның тураһында яуҙаштарынан “Ысын командир булып һәләк булды – атыш ваҡытында үҙенең төркөмөн үлемдән ҡаплап алып ҡалды. Ул – отделение командиры ине...” тигән хәбәр килеп етте. Яуҙаштары уны һуғыш яланында ҡалдырмай, кәүҙәһен алып сығып тыуған яғына алып ҡайтты... “Батырлыҡ” ордены ғаиләһенә тапшырылды. Был көндө Яңы Собханғолда һәм батырҙың тыуған ауылы Иҫке Мөсәттә уны барыһы ла йылы һүҙҙәр менән хәтерләне. Ысынлап та, Инсаф барыбыҙға ла яҡын ине. Үҙенең ихласлығы, кешелеклелеге, һөйкөмлөлөгө, ябайлығы менән олоһоноң да, кесеһенең дә хөрмәтенә ҡаҙанғайны ул. Һәр ваҡыт йылмайып йөрөр ине, барыһы менән дә кеселекле генә аралашыр, ярҙам итер ине. Уҡыуҙа ла, тормошта ла һынатманы тырыш ауылдашыбыҙ. Уҡыған сағында ла барлыҡ спорт ярыштарында ҡатнашып алдынғы урындарҙы алһа, Белорет педагогия колледжында уҡығанда ла тхэквондо, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа алдынғы урындарҙа булды гел. Армияға китеп, Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотында кесе сержант дәрәжәһендә хеҙмәт иткәнендә Маҡтау билдәһе, Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Комплекслы һынауҙарҙы “отлично” билдәһенә генә тапшырып I дәрәжә “спортсмен-яугир” түш билдәһенә лайыҡлы була. Һуңғы йылдарҙа Өфө ҡалаһында Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында инспектор булып эшләне, унда ла өлгөлө хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп торҙо. Йәш кенә булһа ла уның тормошҡа үҙ ҡарашы, етди фекерҙәре булды. Уны үҙем, рухлы, милли әхләғе ныҡ булған егет итеп иҫләйем. Үҫмер генә бала булыуына ҡарамаҫтан, ололар кеүек аҡыллы булды, ауылда осрашҡан саҡта һөйләшергә, кәңәшләшергә яратты. Уйы һәр саҡ юғарыла, тыуған халҡына йөрәге асыҡ булды үҙенең. Шуға ла бар ауылдаштар ҙа, исеме есеменә тура килгән инсафлы, аҡыллы был егетте “беҙҙең Инсаф” тинеләр яратып. Бындай ябайлыҡты, матур тәрбиәне ул, әлбиттә, ғаиләһенән алды. Ата-әсәһе, Таңһылыу апай һәм Таһир ағай Шәмиғоловтар ауылда алдынғы, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Өс балаһына ла яҡшы тәрбиә, белем биреп оло тормош юлына сығарҙылар улар. Эшһөйәрлек, намыҫ, кеше хаҡы тигән төшөнсәләр был ғаилә өсөн бер ҡасан да ят булманы. Шуға ла, легендар батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонға үҙе теләп инде Инсаф туғаныбыҙ. Тыуған ил хаҡы, яҡындарының тыныс-матур киләсәге өсөн үҙенең ғүмерен, саф йәнен фиҙа ҡылды. Яҡшынан яҡшы зат ҡалыр тигәндәй, йәш кенә көйө тол ҡалған кәләшенең ҡулында бөгөн бер йәшлек кенә улы ҡалды. Әлбиттә, беҙ аяҡҡа баҫтырырбыҙ улыңды, батыр йөрәкле ауылдашыбыҙ, һәм ҡул аҫтындағы яуҙаштарын уттан ҡаплап яу ҡырында үҙе ауған 25 кенә йәшлек батыр атаһы тураһында яҡты иҫтәлектәр һөйләрбеҙ! Ә бөгөн, үҙе белем алған Яңы Собханғол ауылының урта мәктәбендә ҡаһарман ауылдашыбыҙҙың герой партаһы, стенд булдырылып, яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Беҙ онотмаҫбыҙ һине, оло йөрәкле, ҡаһарман ауылдашыбыҙ! Һинең эскерһеҙ йылмайыуыңды, тормошто яратыуыңды, беҙҙең Инсаф булыуыңды йөрәктәрҙә мәңге һаҡларбыҙ, кесе сержант! Фотолар: Булат Тимерғәлиев һәм Әлфинә Ғәбиҙуллианың шәхси архивынан.