Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аҡһаҡалдар тик ятмай!

Салауат районының Сибәркүл ауылында йәшәүсе Мәнзүмә Ниғәмәтйән ҡыҙы һәм Сибәғәт Ниғәмәт улы Тархановтар 65 йыллыҡ тормош юбилейын билдәләне. Балалары, ейәндәре һәм бүләләре олатай-өләсәйҙәрен оло байрамдары менән ҡотларға килде, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите. 65 йыл буйы бер-береһенә хөрмәт һәм ихтирам һаҡлаған, татыулыҡта ғүмер кисергән Тархановтар ғаиләһе күптәр өсөн матур өлгө. Хеҙмәт ветерандары олпат йәштә лә тик ятмай скандинавтарса йөрөү менән шөғөлләнә, тормошто ярата һәм йәшәүҙән йәм таба белә. Биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, 11 ейәнгә һәм 12 бүләгә олатай-өләсәй булғандар. Өҫтәүенә тынғыһыҙ ветерандар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙ өлөштәрен индерә. Тормош юбилейығыҙ ҡотло булһын, хөрмәтле ветерандар! Фото:”Салауат ерендә” гәзите.