20 июндә Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында "Беҙ Бергә!" – "Беҙ бергә, Беҙ берҙәм!" хәйриә февстиваленең беренсе көнө үтте. Уны Өфө ҡала хакимиәте “ВиП-арт” продюсерлыҡ үҙәге менән берлектә ойоштора. Билеттар һатыуҙан килгән бөтә аҡса мобилизацияланған граждандарға ярҙам итеүгә, гуманитар ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк. Фестиваль Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев башланғысы менән ойошторолған. Был тәҡдимде Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Заһир Зәйнетдинов (ZAINETDIN), Зилиә Бәхтиева, Иҙел Нурғәлин, РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров, Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Уразова, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Илдар Хәкимов, популяр йырсылар Зинира һәм Ризат Рамазановтар күтәреп алды һәм матур сығыштарын тамашасыға бүләк иттеләр. Ике сәғәтлек концерт программаһын Өфөнөң "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле башҡарыуындағы "Өфө" вокаль-хореография композицияһы асты. Концертҡа махсус хәрби операцияла ҡ
Башҡорт һәм татар эстрадаһы артистары "Беҙ Бергә!" акцияһына ҡушылды
21 июня 202321 июн 2023
1 мин