Бөтә Рәсәй эш йәрминкәһенең икенсе этабы был көндө республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында үтәсәк. Йәмғеһе 13 мең төрлө вакансия тәҡдим ителәсәк. — 14 апрелдә үткән сараның төбәк этабы кеүек үк, "Проффест. Рәсәйҙә эш" бренды аҫтында үтәсәк. Тәүгеһендә республиканан 20,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, төбәктәге 260 предприятие һәм ойошма дәғүәселәргә 7,4 мең вакансия тәҡдим иткән. Федераль этап тағы ла күберәк кеше йәлеп итергә тейеш: меңгә яҡын эш биреүсе ҡатнашыуға ғариза биргән дә инде, был төбәк этабы менән сағыштырғанда 4 тапҡырға күберәк. Эш табырға теләүселәрҙән тыш, беҙ, йола буйынса, сығарылыш уҡыусыларын, урта мәктәп уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен йәрминкәлә көтәбеҙ, сөнки бында айырым белем биреү зонаһы тәҡдим ителәсәк. Унда республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары һәм колледждары үҙҙәренең мөмкинлектәрен күрһәтәсәк һәм буласаҡ абитуриенттарға ҡабул итеү шарттары тураһында һөйләйәсәк, — тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Кесе