Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан" полкында хеҙмәт итеү – ҙур яуаплылыҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һамар өлкәһендә "Башҡортостан" ирекле уҡсылар полкының подразделениеһы хәрби әҙерлек үткән майҙанда булды. Радий Фәрит улы тантаналы шарттарҙа полк командирына подразделениеның хәрби байрағын тапшырҙы һәм личный составҡа алдарына ҡуйылған бурыстарын намыҫ менән башҡарырға саҡырҙы. – Бөгөн "Башҡортостан" уҡсылар полкының төп подразделениеһы барлыҡҡа килде тип әйтә алабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе көндәрҙә личный состав тулыланып бөтәсәк. Әле үк ныҡлы итеп башҡорт ирекле полкы төҙөлдө тип һөйләй алабыҙ. Йәшәйешегеҙҙә уңайлыҡтар тыуҙырыу йәһәтенән – һеҙ медицина тикшереүе үтһен һәм тыныс итеп хәрби әҙерлек үтһен өсөн барыһын да эшләнек. Шуғы ҡыуанам, полктың личный составы эш менән була – уҡыуҙар ойошторолған һәм яланда тактик күнекмәләр үтә. Быларҙың барыһы ла киләсәктәге еңеү өсөн. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика һалдаттарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. – Хәрби байраҡты тапшырам, "Башҡортостан" уҡсылар полкында хеҙмәт итеү һеҙгә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һамар өлкәһендә "Башҡортостан" ирекле уҡсылар полкының подразделениеһы хәрби әҙерлек үткән майҙанда булды. Радий Фәрит улы тантаналы шарттарҙа полк командирына подразделениеның хәрби байрағын тапшырҙы һәм личный составҡа алдарына ҡуйылған бурыстарын намыҫ менән башҡарырға саҡырҙы. – Бөгөн "Башҡортостан" уҡсылар полкының төп подразделениеһы барлыҡҡа килде тип әйтә алабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе көндәрҙә личный состав тулыланып бөтәсәк. Әле үк ныҡлы итеп башҡорт ирекле полкы төҙөлдө тип һөйләй алабыҙ. Йәшәйешегеҙҙә уңайлыҡтар тыуҙырыу йәһәтенән – һеҙ медицина тикшереүе үтһен һәм тыныс итеп хәрби әҙерлек үтһен өсөн барыһын да эшләнек. Шуғы ҡыуанам, полктың личный составы эш менән була – уҡыуҙар ойошторолған һәм яланда тактик күнекмәләр үтә. Быларҙың барыһы ла киләсәктәге еңеү өсөн. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика һалдаттарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. – Хәрби байраҡты тапшырам, "Башҡортостан" уҡсылар полкында хеҙмәт итеү һеҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, – тине Радий Хәбиров. – Республика һәр саҡ һеҙҙең янығыҙҙа. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.