- Рәсәйҙә автомобиль транспорты менән файҙаланыусылар һаны йылына 500 миллион тәшкил итә. Күҙаллауҙар буйынса, 2035 йылға ул 700 миллионға етәсәк, – тине Дмитрий Чернышенко. - Автомобиль туристары ниндәйҙер өлөш индерһә лә, был «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты күрһәткестәренә өлгәшеүгә ҙур өлөш индерәсәк. 2030 йылға беҙҙең туристар һаны 140 миллион кеше тәшкил итергә тейеш. Автомобиль туризмы иҫәбенә беҙ был күрһәткескә тиҙерәк өлгәшә аласаҡбыҙ. Дмитрий Чернышенко концепцияны булдырыу сиктәрендә идара итеүҙең һөҙөмтәле моделен формалаштырыу һәм уны бөтә илгә таратыу кәрәклеген белдерҙе. Миҫал итеп вице-премьер Башҡортостандың ыңғай тәжрибәһен килтерҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров сығышында, юл буйы сервисы – төбәкте үҫтереүҙең перспективалы һәм инвестициялар йәлеп итеүсе йүнәлештәренең береһе, тип хәбәр итте. Башҡортостанда 2024 йылға тиклем юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы ғәмәлдә. Уның төп йүнәлештәре – тармаҡ инвесторҙарына ярҙам итеү, «ер банкы» – потенци