Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Экология өсөн файҙалы проект

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм “Рәсәй экология операторы” етештереү-коммерция комплексы башлығы Денис Буцаев килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеү сиктәрендә заманса сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстарын, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла. – Беҙ Өфө агломерацияһы, Краснокама һәм Дүртөйлө райондары биләмәһендә дөйөм ҡеүәте йылына 600 мең тоннанан ашыу булған ошо объекттарҙы төҙөүгә һәм файҙаланыуға бәйле концессия килешеүҙәре төҙөү тураһында тәҡдимдәр ҡараныҡ. Өс объект буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 12 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Концессионерҙарға Рәсәй экология операторы яғынан финанс ярҙамы күрһәтеү арҡаһында Башҡортостан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса заманса комплекслы объекттар һатып алыр, тип ышанам, – тип билдәләне Андрей Назаров. Шуны ла билдәләп үтәйек, Өфө агломерацияһы, Краснокама һәм Дүртөйлө райондары территорияһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы объекттарын булдырыу ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһының өҙлөкһөҙ эшләүенең һәм ҡалдыҡтарҙы тулыһынса сорттарға бүлеүҙе тәьмин итеү өлөшөндә Рәсәй Федерацияһы Президенты билдәләгән һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙең төп шарты булып тора. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21179/