Бөгөн «Башинформ» агентлығында республика өсөн мөһим ваҡиға булды - 2023 йылғы «Профессионалитет» федераль проектының урта һөнәри белем биреү кластерҙарында ҡатнашыусылар араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан 2022 йылдан «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнаша, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Уҙған йылдың 1 сентябрендә машиналар эшләү тармағы буйынса тәүге белем биреү үҙәге (кластер) Өфө машиналар эшләү колледжы нигеҙендә асылды. 2023 йылдың 1 сентябренә республикала тағы ете кластер асыла. Килешеүҙәр «Профессионалитет» күләмле проекты сиктәрендә төбәктә «педагогика» һәм «клиник һәм иҫкәртеү медицинаһы» йүнәлештәре буйынса урта профессиональ белем биреү кластерҙарын булдырыу һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Йәмғеһе дүрт килешеүгә ҡул ҡуйылды. Атап әйткәндә, «Профилактик һәм клиник медицина өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге», «Педагогик белем биреү үҙәге», «Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмалары өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге» урта һөнәри белем биреү кластерын булдырыу һәм ү
«Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусылар араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды
15 июня 202315 июн 2023
1 мин