15 июндән 26-һына тиклем Стәрлебаш районының “Орленок” балалар һауыҡтырыу үҙәгендә “Тәүгеләрҙең хәрәкәте” тип исемләнгән балалар һәм йәштәрҙең дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт хәрәкәтенең тәүге төбәк сменаһы уҙғарыла. 15 июндән 14 авгусҡа тиклем профиль сменалар ойоштороу ниәтләнә, хәрәкәттең активистары сменала ҡатнаша ала. Сменаның ойоштороусыһы – “Тәүгеләрҙең хәрәкәте” тип исемләнгән балалар һәм йәштәрҙең дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт хәрәкәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе. Сменаның маҡсаты – хәрәкәттең әүҙем ҡатнашыусыларын асыҡлау һәм ярҙам итеү, үҫмерҙәр араһында мәктәп уҡыусылары һәм йәштәрҙең Рәсәй хәрәкәтен танытыу. Күпселек йәштәр өсөн был смена Хәрәкәт менән танышыу йәһәтенән тәүге тәжрибә бирәсәк. Төбәк сменаһы үҫешкә ынтылған балаларҙың хәрәкәтен берләштерә. Тәүге көндә үк вожатыйҙар уйындар аша ыңғай кәйеф тыуҙыра алды. Башҡортостан Башлығының балалар һәм үҫмерҙәр йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш мәсьәләһе буйынса кәңәшсеһе Рәнис Хәсәнов сменаның үҙенсәлектәрен билдәләне: - Мәктәп уҡыусылары һәм йәштәрҙең Рәсәй хәрәкәтенең профиль сменаһы - балаларға үҙҙәрен күрһәтеү, командала эшләргә өйрәнеү өсөн ыңғай мөмкинлек. Бында ижади һәләттәрҙе үҫтерергә өйрәнәсәкбеҙ. Бөгөн асылған лагерь сменаһы “Тәүгеләрҙең хәрәкәте” менән танышыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан активистарының 2-се һәм 3-сө профиль сменаһына эләгеү мөмкинлеге бар. Фото: мәктәп уҡыусылары һәм йәштәрҙең Рәсәй хәрәкәте сайтынан.