Асҡын үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Бөтә Рәсәй ГТО хәрәкәтенә ҡушылды. Сара һөнәри байрам – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолдо. Уны "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында "Батыр" физкультура комплексында – ГТО-ны һынау үҙәгендә үткәрҙеләр. Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов медицина хеҙмәткәрҙәренә һынауҙарҙы тапшырыуҙа уңыштар теләне. Ул, “алтын”ға ынтылырға, кәмендә, “бронза”ға тапшырырға кәрәк, тип билдәләне. Яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы. – Беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәренең дә ГТО-ға ҡушылыуы бик ҡыуаныслы. Тимәк, улар - сәләмәт тормош яҡлы. Ә аҡ халатлы кешеләрҙең сәләмәтлеге булһа, халыҡтыҡы ла буласаҡ, - тип билдәләне Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов. Асҡын үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәрен биш һынау көттө. Ул - гимнастика эскәмйәһендәге хәлдән алға эйелеү, тәпәш турникта күтәрелеү, ике аяҡ менән оҙонлоҡҡа һикереү, арҡала ятып тәнде күтәреү, 60 метр арауыҡта йүгереү. Бөтә этаптарҙы ла 26 ҡатнашыусы “һәйбәт” һәм “бишле”гә тапшырҙы. Медицина хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, һөҙөмтәләрҙән тыш, улар ыңғай тәьҫораттар һәм энергия алған. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Асҡын районы хакимиәте.
Асҡын үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн
1 минута
15 июня 2023