Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан, инвестиция карталарының сифаты буйынса, Рәсәй төбәктәренең рейтингында лидер. Баһаны Инвестицион үҫеш милли ассоциациялар агентлығы үткәргән. – Башҡортостандың инвестициялар картаһы, ә уны республикабыҙҙың Үҫеш корпорацияһы менән Башҡортостан Һанлы үҫеш министрлығы һәм республикабыҙҙың иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәте министрлығы төҙөгән исемлектең топ-5 тигән тәүге баҫҡысына күтәрелде, – тине Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Эксперттар илебеҙҙең бүтән төбәктәренең шундай 43 картаһын тикшергән, өҫтәүенә, 22 кретерий буйынса. Наил Ғәббәсов әйтеүенсә, Башҡортостан бүтән йүнәлештәр буйынса ла һәр саҡ илебеҙҙә алдынғы. Фото: Башҡортосан Хөкүмәте.