Борай районының Ваныш ауылындағы “Арыҫланов” крәҫтиән-фермер хужалығында аҫралған малдар элеккесә көтөүселәр ярҙамында көтөлә. Көтөү – ауылдың тормошон, халыҡтың йәшәү дәрәжәһен билдәләй торған үҙенсәлекле күрһәткес. Көтөү сыға икән, тимәк, халыҡ мал аҫрай, ауыл йәшәй. Тик хәҙер көтөүселәр юҡ тип әйтерлек. Бынан 10-15 йылдар элек эш башҡасараҡ ине әле. Иртән көтөүҙе йыйып, сыбыртҡы тотоп, арҡаға тамаҡ ялғарлыҡ аш-һыу һалынған рюкзак аҫып, хатта йәштәр ҙә көтөү көтөргә сыға ине. Кешеләр сиратлап мал көттө, тип яҙа “Алға” гәзите. Мал көтөүгә лә яңы “мода” инде, аттар бөттө, машина, мотоцикл менән көтөүгә сығыу үҙенә күрә ҡыҙыҡ та, уңайлы ла тойолдо. Хәҙер ауыл халҡы анһат юл һайланы, яҙҙан бер нисә гектар яланды “электр көтөүсеһе“ менән уратып ала ла, мал иртәнән кискә ҡәҙәр шунда тора. Ә бына Ваныш ауылындағы “Арыҫланов” крәҫтиән-фермер хужалығында малдар элеккесә көтөүселәр ярҙамында көтөлә. Үҙ ирке менән йөрөгән малдарҙан сифатлы продукция алып булыуын аңлай малсылар. Шаһинур Шәфиғуллин бөтә ғүмерен малсылыҡҡа арнаған. Тәүҙә Киров исемендәге колхозда, аҙаҡ “Уңыш”та, хәҙер инде ”Арыҫланов” хужалығында эшләй. Хәҙер улар икәү – Марат Сәғитов менән бергә көтөү көтәләр. Хужалыҡ етәксеһе улар тураһында бары йылы һүҙҙәр генә әйтте. Марат ағай 74-се йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хужалыҡта эшләүен дауам итә, ул – хеҙмәт ветераны, алыштырғыһыҙ, уңған эшсе. – Беҙ бит ауыл малайҙары, болонда мал көтөү ауыр түгел. Тик һәр кем көтөүсе була алмай, был хәтлем малды йәйләүҙә йөрөтөү өсөн ҡыйыулыҡ, күнекмә кәрәк, – ти хеҙмәт ветерандары. Гөлназ Хужина фотоһы.