Илдең төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнө алдынан Әбйәлил районының Мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үтте. Осрашыу “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарына тура килә. Сәләмләү телмәре менән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов мөрәжәғәт итте. Ә хакимиәт башлығы Илдар Нафиҡов халыҡты социаль яҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәрен Социаль хеҙмәткәр көнө менән ҡотлап, Почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Айырым блок булып махсус хәрби операцияла булған егеттәрҙе һәм күгебеҙ тыныс булһын өсөн үҙ ғүмерен биргән хәрбиҙәрҙе иҫкә алдылар. Байрамда ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр ҙә ҡатнашҡан. Әбйәлил районының хәрби комиссары Максим Гребенщиков егеттәргә “Батырлыҡ өсөн” “Хәрби отличие өсөн” миҙалдары, ә уларҙың әсәләрен “Ватанды һаҡлаусыларҙың әсәләре” иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләгән. Сараны ойоштороусылар “Беҙ – Рәсәй граждандары” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды һәм 14 йәше тулған малай-ҡыҙҙарға Рәсәй паспорттары тапшырҙы. Байрам матур концерт менән тамамланды. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды. Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.