Бар бит шундай ҡыйыу, сая һәм тәүәккәл ҡатын-ҡыҙ етәкселәр! Шуларҙың береһе - Иглин районы хакимәите башлығы Гүзәл Насирова. Ул коллегалары менән бергә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә гуманитар ярҙам алып бара. "Егеттәрҙең йәшәү шарттары менән таныштыҡ, әрме тушенкаһын тәмләп ҡараныҡ һәм кәнфит менән сәй эстек. Яҡташтарға "Иглин хәбәрҙәре" гәзитен тапшырҙыҡ. Уларҙы өйҙә, имен-һау ҡайтыуҙарын көтәбеҙ", - тип яҙған ул. Төп мажара Башҡортостан делегацияһын ҡайтыр алдынан көткән. Иглин һалдаттарының береһенең өсөнсө сабыйы тыуҙы. «Бесәй» позывнойлы яугир күп балалы атайға әүерелгән Бала тыуғас, һалдатҡа отпуск ҡаралған. Ул Мәскәү аша самолет менән ҡайтһа,көн ярым ваҡытты әрәм итер ине, тигәндәр ҙә уны ла юл ыңғайына алып ҡайтырға булғандар. "Беҙ штаб аша хәлде яйға һалдыҡ, бөтә ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыҡ һәм яҡташыбыҙҙы үҙебеҙ менән машинала алып ҡайттыҡ. Бишәүләп, тығыҙ булһа ла юлға сыҡтыҡ," – ти Гүзәл Насирова. Юлда район башлығы яугирҙең ҡатынына шылтыратып, ғаилә башлығының