Атап әйткәндә, баҡсаларға юлдарҙы йүнәтеү, һыу сығанаҡтарын тәртипкә килтереү башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүгә быйыл 250 миллион һум бүленһә, артабанғы йылдарҙа бы сумманы тағы ла арттырыу көтөлә. Ә күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар өсөн үҙенең грантын булдырҙы. Бынан тыш урамдарҙа матур, уңайлы итеп урынлаштырылған кәштә-урындарҙа баҡсасылар яҡшы шарттарҙа үҙҙәренең продукцияларын һата ала. Баҡсасыларҙың тормош яҡшырыуы Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла аныҡ күренә. Мәҫәлән, ҡаланың Коммунистик урамында урынлашҡан 43-сө йорт янында булған өҫтәлдәргә өҫтәп тағы ла һигеҙ урын ҡуйылды. Ә ошо уҡ урамдың 35-се йорто һәм Суханов урамындағы 8-се йорт янына ла өҫтәлдәр ҡуйыу планлаштырыла. Ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡта баҡсасылар өсөн йәмғеһе 11 сауҙа майҙансығы, шул иҫәптән 38 өҫтәл һәм 112 сауҙа урыны ҡуйылған. – Был урындар менән ҡулланыу бушлай, хөрмәтле ҡала халҡы, үҙегеҙҙең баҡсала үҫтергән продукцияғыҙҙы һатырға рәхим итегеҙ! – тип тә белдерә Рөстәм Фәрит улы. Баҡсасыларға иғтибар бының менән генә тамамланмай ҡалала – урындағы власть органдары сауҙа урындарында йыш ҡына рейд үткәрә, етешһеҙлектәрҙе һәм проблемаларҙы асыҡлай, баҡсасылыҡтарға барып, тәү сиратта ниндәй проблемалар барлығын асыҡлай. Күптән түгел ҡала хакимиәтендә ҡала мэры баҡсасыларҙың үҙҙәре менән дә осрашты. Кәңәшмәгә ҡалала теркәлгән 35 баҡсасылар шәрҡиәттәре вәкилдәре лә килгәйне. Һүҙ башлыса баҡсаларға барған маршрут автобустарына, юлдар торошо, ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу, төҙөкләндереүгә бәйле проблемаларға ҡайтып ҡалды. Әлбиттә, етешһеҙлектәр күп һәм был йәһәттән ғәйеп атта ла, тәртәлә лә тигәндәй, бергәләп эшләйһе эштәр бар. Мәҫәлән, баҡсалар буйлап йөрөгән уғрылар, автобустарҙың баҡсаларға бармауы һәм башҡа проблемалар бер бөгөн килеп теркәлмәгән һәм бөгөн үк хәл итеп тә булмай, әммә ике яҡ та кәңәшләшеп эшләгәндә, баҡсалаларҙа ла, проблемаларҙы хәл итеү буйынса ла мул уңыш алырға була, буғай. Әйткәндәй, ил кимәлендә лә баҡсасылыҡ мәсьәләләре әленән-әле ҡалҡып тора һәм уларҙы сисеү буйынса ла төрлө яңылыҡтар бар: мәҫәлән, баҡсасыларҙы уҡытыу, өйрәтеү, сауҙа урындарын хәл итеү буйынса “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” («Производительность труда»), “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” («Малое и среднее предпринимательство») милли проекттары нигеҙендә шаҡтай ғына эш атҡарыла.