"Ишектәрҙе асып, йөрәктәрҙе асабыҙ" этнографик экспедицияһы Башҡортостан Республикаһының туристик ҡеүәтен арттырасаҡ. Мәскәү һәм Башҡортостан Республикаһы көмөш йәштәге туристар менән алмаша. 9 июндә Мәскәүҙән «Атҡаҙанған ял» берләшмәһенең егерме ҡатнашыусыһы Ғафури районы ауылдарына килеп, урындағы халыҡтың өйҙәрендә туҡтаясаҡ. Биш көн эсендә оло йәштәге мәскәүҙәр бейеү һәм йыр йолалары менән танышасаҡ, башҡорт кейемен кейеп ҡараясаҡ, милли аш-һыу әҙерләргә өйрәнәсәк. Ғафури районында улар Красноусол шифаханаһын, Еҙем йылғаһындағы Уҡлы ҡаяны, "Башҡортостан йөрәге" этнокомплексын һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы күрәсәк. «Атҡаҙанған ял» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы алмашыу буйынса сәйәхәттәр, белем биреү экспедициялары, өлкән быуын өсөн ижади һәм һауыҡтырыу каникулдары ойоштороу менән шөғөлләнә. Сәфәр башланғанға тиклем үк баш ҡала туристары онлайн дәрестәрҙә башҡорт халҡының мәҙәниәте, йолалары, мифтары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты. Дәрестәрҙе «Мәргән Уҡсы» берләшмәһенә
Мәскәү һәм Башҡортостан көмөш йәштәге туристар менән алмаша
8 июня 20238 июн 2023
2 мин