Хәрби яҡташтарыбыҙ тураһында яҙғанда һәр саҡ улар өсөн ғорурлыҡ һәм борсолоу тойғолары кисерәһең. Ҡайһы саҡта ҡарап тороуға бала ғына кеүек тойолған улдарыбыҙҙа ниндәй рух көсө, ҡыйыулыҡ йәшеренгәнен күреп хайран ҡалырға тура килә. Шуларҙың береһе Венер Хөснуллин йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Ватанды һаҡлауҙа батырҙарса, лайыҡлы көрәшеүе менән һоҡланыу тойғоһо тыуҙыра, тип яҙа “Яңауыл таңдары”. 2021 йылда уҡыуын тамамлау менән хәрби хеҙмәткә контрактҡа ҡул ҡуя ул. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем Ырымбур өлкәһендә хеҙмәт итә, ә уны иғлан итеү менән тәүге көндән алғы һыҙыҡҡа, ут эсенә инә. Хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн “Хәрби батырлыҡтары өсөн” миҙалы менән наградланған. – Һәр иртәм улым өсөн доғанан башлана. Шундай ихлас, батыр, саф күңелле ул үҫтереүебеҙ менән ғорурланабыҙ, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта уның иҫәнлеге өсөн борсолоп йәшәйбеҙ. Оҙаҡ бәйләнешкә сыҡмаһа, ауыр кисерештәр солғап ала, – тип уйҙары менән уртаҡлашты егеттең Туртыҡ ауылында йәшәүсе әсәһе Гөлназ Нәркис ҡыҙы. Венер кеүек ҡыйыу, ышаныслы егеттәр барында армия көслө һәм ҡеүәтле булып ҡаласаҡ. Уға тоғро дуҫтар, уңыш һәм иҫәнлек теләйбеҙ. Гөлнара Глухова фотоһы.
Һәр иртәмде улым иҫәнлегенә бағышлап, доғанан башлайым
17 июня 202317 июн 2023
~1 мин