“Үҙ ваҡытында һәр көнүҙәк ваҡиғаны һәм беҙҙең тарафтан ҡул ҡуйылған килешеүҙәр тураһында хәбәр итеп торҙом. Башҡортостан был юлы ла күҙгә бәрелеп торған ҡатнашыусы булды. Ойоштороусылар республиканың стендын да, “Башҡортостан” ресторанын да юғары баһаланы. Стратегик инициативалар агентлығы бизнес-ойошмалар менән берлектә төбәктәге инвестиция климатын 4-се урынға күтәрҙе. Осрашыу һәм фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса ҡайһы бер һығымталар менән бүлешергә ваҡыт етте. Беренсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара изоляцияла ҡалыуы уйҙырма булып сыҡты. Был форум илебеҙҙең үҙ-үҙенә ныҡ ышанғанлығын күрһәтте. Унда 130 дәүләт ҡатнашты – был донъяның 2|3 өлөшөнән күберәк. Төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйған илдәр һаны Ер шарының яртыһын тиерлек тәшкил итә. Индия, Бразилия, Индонезия кеүек иҡтисади яҡтан шәп үҫешкән илдәрҙең баҫымы аҫтында бөтә донъя иҡтисадында АҠШ һәм ЕС-тың өлөшө кәмей бара. Икенсеһе. Рәсәйҙең суверенлы үҫеше – аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенән алып хеҙмәт баҙары һәм яңы технологияларға тиклем – форумдың