Бындай һабантуй Ҡариҙел районында икенсе тапҡыр үткәрелә һәм 100-гә яҡын эшҡыуарҙы һәм бизнес-шәрифтәрҙе берләштерҙе. Улар күп кенә милли проекттарҙың инвесторҙары булып тора. Уларҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙамы илебеҙҙең киләсәгенә ҙур өлөш индерә. Быйыл ҡунаҡтарҙы «Ҡариҙел» глэмпингында ихлас ҡаршы алдылар. Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Светлана Верещагина, «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы» ойошмаһы директоры Вадим Үтәшев байрамдың абруйлы ҡунаҡтары булды. «Үҙ эшеңде алып барыу бик мөһим. Эшҡыуарҙар тырышлығы менән республика әүҙем үҫешә, яңы идеялар һәм проекттар тормошҡа ашырыла. Бөгөн ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ваҡытты мөмкин тиклем һөҙөмтәле үткәреүҙәрен, уйындар һәм ярыштар барышында аралашыуҙарын, артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн бәйләнештәр алмашыуҙарын теләйем. Пландар уңышлы булһын, ә эшҡыуарлыҡ үҫһен һәм сәскә атһын”, - тип сарала ҡатнашыусыларҙы Ҡариҙел