Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә Республика спорт премияһын булдырыу тураһында һөйләштеләр. Андрей Назаров билдәләүенсә, спортсыларға һәм тренерҙарға ярҙам итеү – физик культура һәм спорт тармағында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. – 2019 йылдан республикала һәләтле спортсыларҙы, шулай уҡ уларҙың тренерҙарын һайлау һәм уларға ярҙам итеү системаһы булдырылған. Ыңғай һөҙөмтә биргән был эште камиллаштырыуҙы дауам итәбеҙ, – тине Премьер-министр. – Спортта өлгәшелгән уңыштары өсөн йыл һайын спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына – матди дәртләндереү, 18 йәшкә тиклемге спортсыларға стипендиялар ҡаралған. Был аҡсалата ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл республика бюджетына 150 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Иң яҡшы спортсыларҙы, тренер-уҡытыусыларҙы, физик культура һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙе асыҡлау, уларға ярҙам итеү, иң яҡшы спорт федерацияларын, муниципаль берәмектәрҙе дәртләндереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте тарафына