Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Бохара ҡалаһындағы башҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәгендә Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр менән осрашты. Бөгөн Үзбәкстанда 23 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Уларҙың күптәре Үзбәкстандың хөкүмәт наградалары менән билдәләнгән, исемдәрен ил тарихына алтын хәрефтәр менән яҙған. Яҡташтарҙы берләштереү, милли мәҙәниәтте һаҡлау буйынса ҙур эште тап йәмәғәт-мәҙәни үҙәктәр башҡара. Бындай сараларҙа былтыр 30 йыллығын билдәләгән башҡорт мәҙәни үҙәге әүҙем ҡатнаша. Осрашыу барышында хеҙмәттәшлектең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелгән, артабанғы пландар билдәләнгән. Республикалар ике яҡлы делегациялар сәфәрен ойошторорға килешкән. Планда – Бохара йәштәре һәм балаларының Башҡортостанға сәфәре. Яуап итеп беҙҙең балалар һәм йәштәр урындағы мәҙәниәт һәм тарих менән танышыр өсөн Үзбәкстанға барасаҡ. Арала меңәр километрҙар булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан менән Үзбәкстан һәр ваҡыт ышаныслы партнерҙар булып ҡала килә. Республикалар иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында хеҙмәттәшлек итә, уртаҡ социаль, белем биреү, мәҙәни, спорт проекттарын тормошҡа ашыра. “Башҡорттар менән үзбәктәрҙе оҡшаш мәҙәниәт, берҙәм дин һәм күп быуатлыҡ тарих берләштерә, улар һәм ваҡыт рухи яҡтан яҡын халыҡтар булып ҡала. Мәҫәлән, мосолмандарҙың дине Урта Азия аша килгән. Тарихи ептәрҙең сағыу бер миҫалы – Торахан кәшәнәһе. Мавзолейҙың архитектураһы туранан-тура Урта Азияның архитектура-төҙөлөш йолаларына бәйле. Мәҙәни һәм тарихи бәйләнеш Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейында сағылыш табасаҡ”, – тине Урал Килсенбаев. Фото: "Башинформ".
Башҡорт менән үзбәкте уртаҡ мәҙәниәт, дин һәм тарих бәйләй
2 июня 20232 июн 2023
1 мин