Бөгөн кис баш ҡаланың Совет майҙанында йәнә кеше күп булды. Был юлы бында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы ҙур спорт байрамы ойошторолдо. Балалар һәм билдәле спортсылар шашка уйнаны. Тик ябай түгел, ә бер юлы йөҙ таҡтала! Уйындарға стартты билдәле шашкасы, ете тапҡыр донъя чемпионы, һигеҙ тапҡыр Европа чемпионы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тамара Танһыҡҡужина бирҙе. Шул уҡ ваҡытта спортсы үҙенең мөхәррирлеге аҫтында сыҡҡан “Шашка уйыны дәреслеге” китабының исем туйын да үткәрҙе. Был баҫма Рәсәйҙең яңы тарихында беренсе тапҡыр яңынан баҫтырылды. Йөҙ таҡтала 5-тән 70 йәшкә тиклемге уйынсылар көс һынашты. Улар Тамара Танһыҡҡужинанан тыш Айнур Шәйбәков, Айгөл Иҙрисова, Марсель Шәрәфетдинов, Кристина Осипова һәм Елена Милышина кеүек билдәле халыҡ-ара гроссмейстарҙар менән уйнаны. Кемдәр уйынды кәмендә “ничья”ға тамамлаған, бүләккә үрҙә әйтелгән китапты һәм башҡа иҫтәлекле бүләктәр алды. – Был сараны Рәсәй Спорт министрлығының һәм республиканың 100 йыллығына арнаныҡ. Күп кеше ҡ