Бөгөнгә билдәләнгән төп сараларҙың береһе "Өфө хосписы" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына китаптар тапшырыу тантанаһы булды. Китаптарҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Бәхет биләмәһе" мәрхәмәтлек фонды, "Эдвис" уҡытыу-методика үҙәге, "Планета книги" компаниялар төркөмө тапшырҙы. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев сараның әһәмиәтен билдәләп: - Был матур башланғыс коллегалар тарафынан тәҡдим ителде. Апрель айында журналистар менән хосписҡа өмәгә барған саҡта уҡыу бүлмәләрен күрҙек һәм унда кәштәләр булдырып, китаптар туплау ниәте барлыҡҡа килде. Һуңғараҡ был изге уйҙы Китап байрамы сиктәрендә ойошторорға ҡарар иттек. Шулай итеп китаптар ағыла башланы. Беҙҙең тәҡдимгә битараф ҡалмаған барлыҡ республика халҡына рәхмәт. Бөгөн хосписҡа сертификаттар тапшырыу минең өсөн почетлы бурыс булды, - тине. Хоспистың башҡарыусы директоры Радмила Сурначева әйтеүенсә, күргәҙмә дауамында махсус кәштә ойошторола һәм унда китапхана өсөн китаптар бер нисә көн ҡабул ителә. - Беҙҙең өсөн хоспистағы кешеләрҙең үҙҙәрен өйҙәге һымаҡ тойоуҙары мөһим. Сөнки күпселек өйҙәрҙә китапханалар бар. Атайымдың да ҙур китапханаһы булды. Шуға уның йәшендәгеләр өсөн китаптарҙың мөһимлеген аңлайым. Хоспистағы китапханала һәр кем буш ваҡытын файҙалы итеп үткәреүе, китап уҡып рухи ҡәнәғәтлек алыуҙары мөһим, - тине ул. Уға хоспис хеҙмәткәре, китапханасы Светлана Ниғмәтуллина ла ҡушылды:- Төрлө йәштәгеләр өсөн китаптар ҡабул иттек. Бәләкәй балаларҙың атай-әсәйҙәре менән бергәләп китаптар килтереүе һөйөнөслө булды. Битараф булмаған яҡташтарым өсөн күңелдә ғорурлыҡ тойғолары ҙур, - тине ул. Автор һәм Ләйсән Фәтхиева фотолары.