Бөгөн, 27 майҙа, Өфөнөң Совет майҙанында Китап байрамы үҙ эшен дауам итә. Өс дауам иткән сараның программаһы бик бай, бында сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең республиканан йәмғеһе 140-ҡа яҡын нәшриәт тәҡдим иткән баҫма продукцияны һатып алырға, төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙа ҡатнашырға, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар ҡарарға һ.б. мөмкин. Бөгөн дә байрамға килеүселәргә бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. 15.00 сәғәттә Совет майҙанындағы төп сәхнәлә Рәсәй Геройы М. Шайморатов исемен йөрөткән кластарҙа белем алған уҡыусылар араһында үткән "Тыуған төйәк тарихы - шиғырҙарҙа" конкурсының финалы башлана. Артабан ошонда уҡ башҡорт яҙыусылары үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡыясаҡ, сараға билдәле блогерҙар ҙа йәлеп ителә. 18.00 сәғәттән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Даниил Спиваковский, Михаил Лабковский менән осрашыуҙар үтә. 20.00 сәғәттә М. Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән "Өс таған" нәфис фильмын ҡарарға саҡыралар. Колонналар залында байрамдың эшлекле өлөшө дауам итә. Бында милли нәшриә