“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап үткәрелгән конкурста әүҙем ҡатнашҡан Айгөл Салауат ҡыҙы Сабитова – Асҡар үҙәк район дауаханаһында балаларға прививкалар яһаусы шәфҡәт туташы. Уның дөйөм хеҙмәт стажы – 26 йыл. Айгөл Салауат ҡыҙы Сибай медицина колледжын “Дауалау эше” белгеслеге буйынса тамамлаған. Тынғыһыҙ хеҙмәте менән бер рәттән, йәмғиәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша шәфҡәт туташы. Ул – 2014 йылдан Асҡар үҙәк район дауаханаһының беренсе профсоюз ойошмаһы секретары. Бынан тыш, Айгөл Салауат ҡыҙы – Шәфҡәт туташтары советы ағзаһы. Уның фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының Башҡортостандағы комитетының маҡтау грамотаһы, Федераль медик-биологик агентлыҡтың рәхмәт хаты менән билдәләнгән. Тағы Айгөл Салауат ҡыҙы - Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Буш ваҡытында бәйләргә, баҡса эше менән булышырға ярата. Ире менән ата-әсәһенә даими ярҙам итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәйнә менән ҡайныһы яҡты донъяла юҡ инде. “Ярҙам