Күптән түгел республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская журналистар өсөн ошо ведомствоның былтырғы эш йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Башҡортостандың уңдырышлы һәм таулы-урманлы ер майҙандарына бай төбәк икәнлеге барыбыҙға ла билдәле, уларҙы файҙаланыуҙың халыҡ өсөн йоғонтоһо бармы? – Наталья Юрьевна, республикала ер биләмәләрен файҙаланыуҙан алынған килемде нисек баһаларға була? Министрлыҡтың район һәм ҡалаларҙағы бүлектәре был йүнәлеште тиҙләтеү һәм яҡшыртыу өсөн ниндәй эштәр башҡара? – Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы былтыр республика ҡаҙнаһына 13,5 миллиард һум инеүен тәьмин итте, был 2021 йылғы һөҙөмтәнән 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ. Ә дәүләт милкендә булған һәм дәүләт милкенә ҡарауы сикләнмәгән ер майҙандарын ҡуртымға биреү һәм һатыуҙан алынған килем 4,2 миллиард һум тәшкил итте. План үтәлеше – 96 процент, 2021 йылда был сумма 4,7 миллиард һум булғайны. Билдәләнгән пландың үтәлмәүенең сәбәптәре шунда: табыш килеүҙең 2022 йылғы планы ер майҙандарының кадастр хаҡын иҫәпкә алмайынса төҙөлгән, шулай уҡ норматив хоҡуҡи акттарға ер майҙаны өсөн ҡуртым хаҡын иҫәпләү буйынса индерелгән үҙгәрештәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалған. Ә был үҙгәрештәр ерҙе ҡуртымға алған эшҡыуарҙарҙың башланғысы менән индерелгәйне. Сиктәре билдәләнмәгән ерҙәрҙе ҡуртымға биреү һәм һатыуҙан килем буйынса 2022 йылғы планды 63 муниципалитеттың 60-ы үтәне. Иң түбән күрһәткес – Өфө ҡалаһы буйынса: 66,6 процент ҡына. Шулай уҡ Ҡалтасы районында был үтәлеш – 76,6 һәм Ағиҙел ҡалаһында 77,5 процент ҡына тәшкил итте. Былтыр ер биләмәләрен ҡуртымға биреүҙән урындағы бюджеттарға 3,2 миллиард һум инде. План үтәлеше – 88 процент. Әммә шуныһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай: 2021 йылда урындағы ҡаҙналарға ошо йүнәлештә ғәмәлдә 1 миллион 689 мең һум ингәйне. Ер һалымына килгәндә, былтыр ул урындағы ҡаҙналар өсөн 2 миллион 527,7 миллион һум тип планлаштырылғайны, ғәмәлдә улар 2 миллион 545 миллион һум алды. Шулай итеп, был кимәлдәге бюджеттарға аҡса һалым йыйылмалары рәүешендә килде. Сикләнмәгән ер биләмәләрен ҡуртымға биреүҙән килем алыу планының түбәнәйтелеүе иһә хосуси милектә булған биләмәгә өҫтәмә майҙан өсөн түләүҙең 50 процентҡа кәметелеүе менән аңлатыла. Өҫтәмә майҙан, ғәҙәттә, шәхси ярҙамсы хужалыҡ, баҡсасылыҡ, дача хужалығы алып барғанда, шәхси йорт төҙөлөшөндә барлыҡҡа килә. Был саралар, тәбиғи, ерҙе ҡуртымға биреүҙән алынған килемдең аҙая төшөүенә килтерә, ләкин һөҙөмтәлә ер майҙандарын ҡуртымға алыу осраҡтары арта башлай. Тимәк, ер һалымы алынасаҡ база киңәйә. – Дәүләт милке сикләнмәгән ер биләмәләрен файҙаланыуҙан килем артһын өсөн Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ниндәй саралар күрә? – Ерҙе әйләнешкә индереүҙең йоғонтололоғон арттырыу буйынса беҙ даими рәүештә түбәндәге сараларҙы үткәрәбеҙ: – сиге билдәләнмәгән ер биләмәһен ҡуртымға алыу һәм милеккә һатыу буйынса килешеүҙәр төҙөү хоҡуғы биреү; – сауҙалашыу процедураһы аша ер майҙандарын ҡуртымға биреү. Быйылғы йыл аҙағына ер майҙансыҡтарын һатыу буйынса сауҙалашыу процедуралары һанын 1789-ҙан 2500-гә еткереүҙе планлаштырабыҙ. Һатырға әҙерлек эштәрен үткәреү маҡсатында беҙҙең министрлыҡ былтыр дөйөм майҙаны 86,5 мең гектар булған 5707 ер биләмәһен тикшерҙе. 2021 йылда 2849 биләмә тикшерелгәйне. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә дөйөм майҙаны 43,5 мең гектар тәшкил иткән 1719 ер майҙаны ҡуртымға бирелде, уның йыллыҡ аренда хаҡы 239,2 миллион һумға тиң. Муниципаль берәмектәрҙең үҙҙәрендә лә архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралыҡтары менән берлектә, ерҙең төрөнән һәм файҙаланыу категорияһынан сығып, сауҙала һатырға мөмкин булған ер биләмәләре исемлеген төҙөү зарур. Әгәр ҙә муниципалитеттар был эшкә тотонһа, муниципаль ер контроленә беҙҙең методик ярҙам нигеҙендә, ерҙе рациональ файҙаланыуҙа һәм һаҡлауҙа ғына түгел, ә ҡаҙнаға инергә тейешле килемде лә арттыра аласаҡбыҙ. – Министрлыҡтың территориаль бүлектәренең дәүләт хеҙмәте күрһәтеүе нигеҙендә урындағы үҙидара органдары менән мәғлүмәт алмашыу һәм уларҙың теләген, фекерен иҫәпкә алыу нисек тормошҡа ашырыла? – Рәсәй Федерацияһы Ер кодексының дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү ваҡытын ҡыҫҡартыуына ярашлы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы район һәм ҡала муниципаль округтары хакимиәттәре менән әле сиктәре билдәләнмәгән ерҙәр буйынса үҙ-ара эш итеү тураһындағы килешеүҙәр төҙөнө. Был килешеүҙәр нигеҙендә район хакимиәттәре министрлыҡҡа биш көн эсендә ер биләмәләре буйынса түбәндәге мәғлүмәтте ебәрергә бурыслы: – был ер биләмәһе урынлашҡан территориаль зона тураһындағы мәғлүмәт; – ер майҙанының муниципаль ихтыяждар өсөн резервҡа ҡалдырылыуы, әйләнештән алыныуы йәки уны ҡулланыуҙың сикләнеүе тураһында; – ерҙе һәм ҡоролмаларҙы файҙаланыу ҡағиҙәһенән күсермә; – төҙөлөш регламентынан күсермә; – ер майҙанын һатыу буйынса аукциондар үткәргән йәки уны ҡуртымға биреү хоҡуғы тапшырған осраҡтарҙа – рөхсәт ителгән төҙөлөштөң үлсәмдәре тураһында; – Рәсәй Ер кодексының 11.10-сы статьяһының 16-сы пунктында ҡаралған шарттарҙың үтәлеше тураһында; – Рәсәй Ер кодексының 39.16-сы статьяһында ҡаралған шарттарҙың үтәлеше; – Рәсәй Ер кодексының 39.11-се статьяһының 8-се пунктында шарттарҙың үтәлеше тураһында. Шуныһын да онотмаҫҡа тейешбеҙ: 2021 йылдан алып Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы дәүләт хеҙмәтен һанлы форматҡа күсереү буйынса әүҙем эш алып бара. 2022 йылдан беҙ 26 төр хеҙмәтте электрон форматта күрһәтәбеҙ. Былтыр ғаризалар һаны, 2021 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артҡан, йәғни 67 меңдән 121 меңгә еткән, электрон төрҙә булғандары иһә 33 меңдән 68 меңгә күтәрелгән. – Һуңғы йылда дәүләт мөлкәтен һатыу буйынса ниндәй үҙгәрештәр булды һәм уларҙың хосусилаштырыу һөҙөмтәһенә йоғонтоһон нисек баһаларға мөмкин? – Дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте хосусилаштырыуға ҡағылышлы федераль ҡануниәткә ике үҙгәреш индерелде. Беренсеһе: дәүләт мөлкәтен аукционда һатыу юлы менән хосусилаштырғанда берҙән-бер ҡатнашыусы тип танылған һатып алыусы менән дә килешеү төҙөргә рөхсәт ителә. Беҙҙеңсә, был сара йоғонтоло буласаҡ, сөнки хосусилаштырыу юлы менән һатыуға ҡуйылған мөлкәт күпселек осраҡта һорау менән файҙаланмай, йәғни туҙған хәлдә була. Ҡануниәткә ошо үҙгәрештәр индерелгәндән һуң министрлыҡ берҙән-бер ҡатнашыусы тип таныған һатып алыусылар менән өс тапҡыр килешеү төҙөнө. Икенсе үҙгәреш: дәғүәселәр аукционда ҡатнашыу хоҡуғына тәьмин ителеү маҡсатында индергән задаток күләменең кәметелеүе. Башланғыс хаҡы 100 миллион һумдан да кәмерәк булған дәүләт йәки муниципаль мөлкәтте һатҡанда уның күләме 10 процентҡа саҡлы төшөрөлә. Был үҙгәреш тә сауҙалашыу һөҙөмтәләренә ыңғай йоғонто яһар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын, айырым кешеләрҙе күберәк йәлеп итер тип көтәбеҙ. – Дәүләт мөлкәтен ҡуртымға алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙаланған эшҡыуарҙар ошо мөмкинлекте йыш ҡулланамы, был күренештең ыңғай динамикаһы бар, тиергә буламы? – Былтыр ошо хоҡуҡты тәьмин итеү өсөн беҙҙең министрлыҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына уларҙа ҡуртымда булған дәүләт мөлкәтен үҙҙәренә һатыу буйынса туғыҙ һатыу-һатып алыу килешеүе төҙөнө. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә был мөлкәт өсөн түләүҙең кисектереп торолоуы ла ҡаралған. Шулай итеп, дәүләт мөлкәтен ҡуртымға алып эшләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең ошо мөлкәтте һатып алыу менән ҡыҙыҡһыныуы һаҡлана. Бындай килешеүҙәрҙең ете йылға кисектерелеп тороу шарты менән дә төҙөлөүен иҫәпкә алып, был ысул республика ҡаҙнаһына аҡса килеү сығанағы ла булып тора һәм, әлбиттә, уның яҡын арала күпме булырын да күҙаллау мөмкинлеге тыуа. Шуныһын да билдәләмәй булмай, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарында ҡуртымда булған дәүләт йәки муниципаль мөлкәтте уларға һатыуҙан һуң мөнәсәбәттәрҙе көйләгән 159-сы Федераль законға әһәмиәтле үҙгәрештәр индерелде – хәҙер дәүләт йәки муниципаль милеккә ҡараған һәм ҡуртымда булған күсемле мөлкәт буйынса әлеге өҫтөнлөктәр һаҡлана. – 2022 йылдың декабрендә Рәсәй ҡануниәтенә түбәндәге үҙгәреш тә индерелгәйне: бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына йәмәғәт милке иҫәпләнгән һәм ҡуртымда булған күсемле мөлкәтте өҫтөнлөклө һатып алыу мөмкинлеге бирелде. Һеҙ был яңылыҡты нисек баһалайһығыҙ? Ошо норма ниндәй килешеүҙәргә ҡағыла? – Быға саҡлы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡуртымда булған күсемһеҙ мөлкәтте генә өҫтөнлөклө һатып алыу хоҡуғына эйә ине. Был ярҙам сараһы эшҡыуарҙар өсөн үтә көнүҙәк, сөнки әле ҡуртымда файҙаланылған мөлкәтте һатып алыу күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ дәүләттән ҡуртымға алған күсемле мөлкәтте лә әүҙем файҙалана, ундайҙар иҫәбендә – ауыл хужалығы техникаһы, төҙөлөш ҡорамалдары һәм башҡалар. Был уларға “батмаҫҡа” һәм үҙ эшмәкәрлеген дауам итергә форсат бирә. Йәмәғәт милкендә булған күсемле мөлкәтте өҫтөнлөклө һатып алыу хоҡуғы күптән түгел генә – быйылғы 1 марттан – булдырылды. Ул бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа артабан үҫергә һәм финанс йәһәтенән ҙурыраҡ ойошмалар менән көнәркәшлеккә инеү шарты тыуҙыра. Тиҙҙән Башҡортостандың норматив хоҡуҡи акттарына ла ошо йүнәлештә үҙгәрештәр индереләсәк. Был ҡануни яңылыҡ ҡуртым буйынса элегерәк төҙөлгән килешеүҙәргә лә ҡағыла. – 2021 йылдың сентябрендә гараж амнистияһы тип аталған закон ғәмәлгә ингәйне, ул гараж биләгән ерҙе бушлай хосусилаштырыу мөмкинлеген бирә. Әммә район судтарында гаражға милек хоҡуғын таныу буйынса эштәр йыш ҡарала. Гараж амнистияһы эшләмәй тигәнде аңлатмаймы был? – Гараж амнистияһы – ябайлаштырылған махсус программа, ул гараж урынлашҡан ерҙе хосусилаштырыу мөмкинлеген бирә. Был “амнистия” өсөн өс шарт булыуы мотлаҡ: гараж бинаһы ергә бәйле булырға тейеш, ул 2004 йылдың 30 декабренә саҡлы төҙөлгән булһын, суд йәки урындағы власть органы тарафынан рөхсәтһеҙ төҙөлгән ҡоролма тип танылмаһын. Был осраҡта граждандың гараж хужаһы булыуын раҫлаған документтар ҙа кәрәк. Улар юҡ икән, тимәк, гаражға һәм уның еренә милек хоҡуғы суд аша ғына раҫлана ала, шуға күрә лә бындай мөрәжәғәттәр күп. Былтыр гараж амнистияһы буйынса дөйөм майҙаны 73 мең квадрат метр булған 2622 ер биләмәһе хосусилаштырылды, 2021 йылда майҙаны өс мең квадрат метр булған 100 биләмә хосусилаштырылғайны. – Наталья Юрьевна, республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ниндәй социаль ярҙам күрһәтә? – Әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр бер тапҡыр шифахана-курорт хеҙмәтләндереүе алыр өсөн мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Был ярҙам Башҡортостанда йәшәгән граждандарға ғына ҡағыла. Яугирҙәрҙең ғаиләләренә бушлай йәки ташламалы хаҡҡа ундай ярҙам күрһәтеү ҡаралмаған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы шифаханаларҙа һауыҡтырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан быйылға 100 миллион һум бүлеү ҡаралған. Һайлап алыу һөҙөмтәһендә яугирҙәрҙе ҡабул итергә әҙер булған 11 шифахана исемлеге булдырылды. Был исемлек менән беҙҙең министрлыҡтың сайтында танышырға мөмкин. Шифахана-курорт хеҙмәтләндереүе алыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар шифахананың үҙенә мөрәжәғәт итә һәм үҙенә урын ҡалдыра ала. Бөгөнгә ошо исемлектәге шифаханалар 103 яугирҙе ҡабул итте лә инде, тағы ла 13 ғариза бирелгән. Рәшит КӘЛИМУЛЛИН