Найти тему
Башҡортостан гәзите

103 йәшлек өләсәйгә операция эшләгәндәр

Дүртөйлө район үҙәк дауаханаһы травматологтары 103 йәшлек өләсәйгә әмәлиәт эшләгән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дауахананың ҡабул итеү бүлексәһенә бот һөйәге һынған ҡатын килтерелә. Ул үҙ өйө ихатаһында йығылған һәм йәрәхәтләнгән. Башта уны – Йәркәй үҙәк район дауаханаһына, артабан Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына килтерәләр. Табиптар ҡатынға блокировкаланған интрамедулляр остиосинтез ҡуя. “Был конструкция ярҙамында һөйәк ярсыҡтары нығытып ҡуйыла. Ысулдың аҙ йәрәхәтле булыуы өҫтәмә йәрәхәтләнеүҙән һәм сирҙең киҫкенләшеүенән һаҡлай”, - тип һөйләй травматолог Марсель Мәхмүтов. Әмәлиәт уңышлы үткән. Өләсәй әле үҙе ултыра ала. Беҙ уға тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын, сәләмәт булыуын теләйбеҙ. Ә уға ярҙам иткән медицина хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер һәм артабан да уңыштар юлдаш булһын. Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.