Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө. Бөгөнгө йәштәрҙең заман ауырлыҡтарына бирешмәй, күңелдәре ҡушҡан шөғөлгә тотоноп, ҡала ерендә тип тормай, ишле балалар үҫтереп, йорт төҙөп, донъя көтөргә тырышыуҙарына һоҡланырға ғына ҡала. Альбина һәм Данис Дауытбаевтар Сибай ҡалаһының Көньяҡ ҡасабаһында йәшәй. Ҡала ерендә лә күп бала үҫтереп, матур йәшәү өлгөһөн күрһәткән ғаиләлә баһадирҙай өс ул һәм сәскәләй бер ҡыҙ үҫә. Альбина Раил ҡыҙы – Баймаҡ районының Басай ауылы ҡыҙы. Сибай медицина колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәт юлын Покровка ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында башлай. Ул ваҡытта буласаҡ ире Данис Кәлимулла улы Пенза өлкәһендәге 30785-се хәрби часта, Каменка ҡалаһында хеҙмәт иткән була. Көндәрҙең береһендә ауылға әрме сафынан һалдат ҡайышы ялтырап торған, йәш һәм ғәйрәтле егет ҡайтып төшә. Йәштәр таныштары аша таныша һәм бер күреүҙән ғашиҡ була. – Тәүге осрашыуыбыҙҙы әле лә хәтерләйем, күп һөйләштек, бик күп уртаҡ темалар таптыҡ, уның менән ғүмер буйы таныш кеүекмен тойолдо. Ошо м