31 майға тиклем #МЫВМЕСТЕ халыҡ-ара премияһының заявка кампанияһы бара. Премияның маҡсаты – кешеләргә ярҙам итеүгә һәм илебеҙҙә, донъяла йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән йәмәғәт башланғыстары лидерҙарын асыҡлау һәм уларға булышлыҡ итеү. Премияла 14 йәштән өлкән булған Рәсәй граждандары коммерцияға ҡарамаған ойошма, урта һәм эре бизнес вәкилдәре ҡатнаша ала. Премияның дөйөм грант фонды быйыл 90 миллион һум тәшкил итә. Ҡатнашыусылар ғаризаны төрлө өлкәләге 11 номинация буйынса тапшыра ала. Шул иҫәптән, граждандарға ярҙам, экология, туризм, таланттарҙы асыу, шәхесте тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм сәләмәт тормош алып барыу мәҙәниәтен үҫтереү, тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм башҡалар. Фото: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайты.