Баҡсағыҙ аллы-гөллө сәскәләре, йәшелсә-емештәре менән генә түгел, ә шифалы үләндәре менән дә һеҙҙе шатландырһын. Дарыуҙарҙы түтәлдә лә үҫтереп була, тип иҫәпләй белгестәр. Мәҫәлән, баҡса биләмәһендәге юлдарҙы һәм беседкаларҙы әкиәт донъяһына әйләндергән ут-ялҡындай балҡыған ҡыҙыл, һары төҫтәге настурциялар кемгә оҡшамаһын! Өҫтәүенә улар файҙалы, ҡабаҡ, ҡыяр, фасоль эргәһенә яҡын ултыртһағыҙ, сәскәнең һуҙылып үҫкән һабаҡтары япраҡтарҙы ашаусы бөжәктәрҙе ҡурҡытыр. Йәй аҙағына тиклем ул һеҙҙе матур сәскәләре менән ҡыуандырыуҙан тыш, ҡышҡылыҡҡа киптереп әҙерләнгән япрағы һәм сәскәһе күп сирҙәрҙән дауалар. Настурция байтаҡ шифалы үҙенсәлектәре менән дан алған: йөрәк-ҡан тамырҙары һәм гипертония сирҙәрен дауалау, эсәклек эшмәкәрлеген көйләү, тире сирҙәрен, бронхит, тән бешеүен еңеләйтеү өсөн файҙаланыла. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм гипертония сирҙәрен дауалау өсөн шундай төнәтмә яһап ҡарағыҙ: өс аш ҡалағы ваҡланған сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтегеҙ, аҙаҡ һөҙөгө