Былтыр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында Башҡортостандан теркәлгән ҡулланыусылар һаны 2021 йыл менән сағыштырғанда 1 миллион кешегә – 2,9 миллион кешегә тиклем артҡан. Республика Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе. Дәүләт хеҙмәттәрен алыу өсөн интернетты файҙаланған Башҡортостан халҡының өлөшө 95,3 процентҡа еткән, үҫеш – 2021 йылға ҡарата 6,4 процент. Электрон хеҙмәттәрҙең иҫәбе һәм сифаты буйынса ла республика ыңғай динамика күрһәтә. Федераль һанлы трансформация рейтингында республика бер йылда 39-сынан 6-сы урынға күтәрелгән. – 2023 йылға пландарҙа – социаль өлкәләге дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе һанлыға үҙгәртеү, – тине Геннадий Разумикин. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Беҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бындай ғаиләләргә барлыҡ ярҙам сараларын һанлы форматҡа күсерҙек. Башҡортостанда дәүләт х