Мәләүез ҡалаһында байрам алдынан бик күңелһеҙ хәл теркәлгән. Кисә, 8 майҙа Мәләүез үҙәк район дауаханаһына аҙыҡтан ағыуланыу билдәләре менән 17 кеше, шул иҫәптән 9 бала килтерелгән. Асыҡланыуынса, уларҙың барыһы ла яңыраҡ асылған киосктан шаурма һатып алған. Ашағандан һуң барыһы ла үҙен насар тойған, ашығыс ярҙам машинаһы саҡырған.Шул уҡ көндә Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты ғәйеплеләрҙе тапҡан. "Роспотребнадзор" ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре халыҡтың аҙыҡ менән ағыуланыу осраҡтарынан һуң шаурма эшләнгән киоскыны япҡан. Артабан эпидемиологик тикшереүҙәр үткәреләсәк. "Инфекция таралыу хәүефе юҡ, эпидемиологик тикшереү һәм учреждение хеҙмәткәрҙәрен тикшереү алып барыла", -ти "Роспотребнадзор" ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре. Ҡала урамдары буйлап теҙелгән киоскыларҙа аҙыҡ-түлектең нисек әҙерләнеүе хаҡында белмәй тороп, уларҙан тиҙ әҙерләнә торған ризыҡ һатып алмағыҙ. Фото: google.com