Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Летчиктар көтөүсене йәлләгән

Әсәйем һуғыш балаһы ине. Һуғыш башланғанда уға 11 йәш булған. Уның һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел ине. Ул 10 йылдан ашыу инде мәрхүм, урыны ожмахта булһын. Мин ул шаһит булған ике осраҡ тураһында яҙып үтәм. Ул ваҡытта самолеттар 30-40-лап колонна менән осоп үтә торған. Күрәһең, заводтарҙан һуғышҡа юлланғандар. Улар тәпәш кенә оса, ағас остарына саҡ-саҡ теймәй инде. Тирә-яҡ гөрһөлдәп тора, ер дерелдәй, тәҙрә быялалары сыңлай. Балалар уларҙы күҙәтә, һанай. Әсәйемдәрҙең ауылында бер ҡулһыҙ оло ғына ир йәшәгән, Беренсе донъя һуғышы инвалиды булған. Ул колхоз һыйырҙарын көткән. Бер ваҡыт ул асыҡ урында тауҙа төшкө аш ваҡытында тамаҡ ялғарға уйлаған. Салҡан күккә ҡарап ятҡан. Нәҡ шул ваҡытта самолеттарҙың сираттағы колоннаһы уның өҫтөнән осоп үтә башлаған. Һәм унан алыҫ түгел генә ниндәйҙер әйбер шап итеп күктән ергә килеп төшә. Ул, ғәжәпләнеп, урынынан тороп, төргәк эргәһенә килә, ә был махорка, тәмәке була. Хәрби хеҙмәттә хәрбиҙәргә махорка биргәндәр. Осоусылар, көтөүсене күр

Әсәйем һуғыш балаһы ине. Һуғыш башланғанда уға 11 йәш булған. Уның һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел ине. Ул 10 йылдан ашыу инде мәрхүм, урыны ожмахта булһын. Мин ул шаһит булған ике осраҡ тураһында яҙып үтәм. Ул ваҡытта самолеттар 30-40-лап колонна менән осоп үтә торған. Күрәһең, заводтарҙан һуғышҡа юлланғандар. Улар тәпәш кенә оса, ағас остарына саҡ-саҡ теймәй инде. Тирә-яҡ гөрһөлдәп тора, ер дерелдәй, тәҙрә быялалары сыңлай. Балалар уларҙы күҙәтә, һанай. Әсәйемдәрҙең ауылында бер ҡулһыҙ оло ғына ир йәшәгән, Беренсе донъя һуғышы инвалиды булған. Ул колхоз һыйырҙарын көткән. Бер ваҡыт ул асыҡ урында тауҙа төшкө аш ваҡытында тамаҡ ялғарға уйлаған. Салҡан күккә ҡарап ятҡан. Нәҡ шул ваҡытта самолеттарҙың сираттағы колоннаһы уның өҫтөнән осоп үтә башлаған. Һәм унан алыҫ түгел генә ниндәйҙер әйбер шап итеп күктән ергә килеп төшә. Ул, ғәжәпләнеп, урынынан тороп, төргәк эргәһенә килә, ә был махорка, тәмәке була. Хәрби хеҙмәттә хәрбиҙәргә махорка биргәндәр. Осоусылар, көтөүсене күргәс, үҙҙәренең паегынан күстәнәс ҡалдырған. Бына шундай изгелекле кешеләр менән ғорурланмайынса булмай. Беҙҙә ундайҙар етерлек. Үкенескә күрә, һәр заманда ла яуызлыҡ та яҡшылыҡ менән йәнәш йөрөй. Һау булып та, тылда бөтә уңайлыҡтар менән файҙаланған, фронт өсөн тырышып эшләгән, асыҡҡан, арыған кешеләрҙе ыҙалатҡан-йәберләгән әҙәмдәр ҙә табылған. Ауылда бер яңғыҙ әбейҙең ҡыҙы Магнитогорск ҡалаһында заводта эшләгән. Ауыр хеҙмәттән ул ҡатып ауырып китә. Етәкселек уға ауылына ҡайтырға рөхсәт бирә. Сирле һәм ас көйө таулы ерҙәр аша тыуған яғына ҡайтып барғанда, өйөнә 15 саҡрым ҡалараҡ, ҡыҙ хәле бөтөп ҡолай һәм үлә. Март аҙағы, ала ҡар ваҡыты була. Бер йәйәүле ҡыуып етеп, был хәлде күрә һәм ауылға ҡайтып, ҡыҙҙың әсәһенә әйтә. Әбей председателгә бара, сөнки уның ғына һимеҙ, яҡшы аты була. Ләкин рәйес уға атын бирмәй. Яңғыҙ ҡатын ҡул санаһын алып ҡыҙы артынан китә һәм алама юлдан һөйрәп алып ҡайта. Бына шундай ҡорбандар менән яулана Бөйөк Еңеү. Художница Рессам. Фото: foto-ram.ru