Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡырға сыҡһаң, танауыңа... япраҡ яп

Социаль селтәрҙә матур йөкмәткеле яҙмалары менән даими уртаҡлашып барған мәғариф ветераны Ләлә Рафиҡова (vk.com/id162401788) дегәнәктең шифалы сифаттары тураһында бына нимәләр яҙҙы: “Ҡартәсәйем йәйгеһен гел яҙып ябынған яулығы эсенән башына дегәнәк япрағы һалып йөрөй торғайны. Тубығына ла ойоғо эсенән шул япраҡты бәйләр ине. Әүәле әбейҙәрҙең ойоғон нисек кейгәнен иҫләйһегеҙҙер? Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Хәҙерге йәштәр ойоҡ кейеүҙе лә күҙ алдына килтерә алмай. Инәйҙәрҙең күлдәге оҙон ине, эш эшләр булһалар, итәген бөрмәләренә ҡыҫтырып ала. Ойоҡтары, киреһенсә, ҡыҫҡартыла, тубыҡ өҫтөнән яҫы резинка менән нығытыла ине. Баяғы дегәнәк шунда тубыҡҡа ябыла бит инде. Эш эшләгәндә лә дауаланып йөрөгәндәр. Һай халҡымдың зирәк аҡылы! Әйткәндәй, ҡырға сыҡһа, ҡәртәсәйем танауына ла ниндәйҙер япраҡ яба ине. Уны нисек йәбештергәндер, уныһын иҫләмәйем. Дегәнәктең файҙаһын яҙып бөтөрлөк түгел, юҡҡа ғына уны академик тимәгәндәр бит!” Сығанаҡ: vk.com/id162401788 Фото: saharokclub.ru