Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 2023 йылдың 13–15 июнендә Башҡортостан Республикаһы компанияларының Ҡырғыҙстанға халыҡ-ара күп тармаҡлы эш сәфәре ҡаралған. Сараны Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге менән берлектә Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр Һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ойоштора. – Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Ҡырғыҙ Республикаһына экспорттың 2021 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 2,3 тапҡырға артыуын теркәнек. Башҡортостандан башлыса химия сәнәғәте продукцияһы, ағас һәм металл һатҡан. Дуҫ илдәр баҙарына йүнәлеш алыуҙы иҫәпкә алып, Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһында тышҡы сауҙа әйләнешен үҫтереүҙә ҙур потенциал күрәбеҙ, – тип билдәләне тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Эш сәфәре сиктәрендә комплекслы эшлекле программа, профилле контрагенттар менән B2B-осрашыуҙар, сара программаһына ярашлы дөйөм координация, шулай уҡ профилле ҡырғыҙ предприятиелары менән танышыу ойоштороласаҡ. Бизнес-миссияла ҡатнашыу менән бәйле бөтә сығымдар Үҙәк иҫәбенә башҡарыла. Ҡатнашыусы компаниялар бары тик юл, йәшәү һәм шәхси сығымдар өсөн генә түләй. Ҡатнашыусыларға шулай уҡ “аэропорт – отель – аэропорт” трансферы һәм бизнес-миссияның эшлекле программаһы сиктәрендә ташыу ойоштороласаҡ. Бизнес-миссияла ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр Һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының баш белгес-эксперты Татьяна Максимоваға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: +7 (347) 280-15-57, шулай уҡ электрон почта адресына яҙырға мөмкин: Maksimova.TA@bashkortostan.ru. Шулай уҡ түбәндәге телефонға шылтыратып йәки электрон адресҡа яҙып, ҡатнашыу өсөн ғариза ҡалдыра йәки консультация ала алаһығыҙ: +7 (347) 246-85-69, +7 (927) 354-12-15, zulkarnaeva.ln@bashkortostan.ru - “Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Күргәҙмә-йәрминкә эшмәкәрлеге департаменты етәксеһе Лилиә Зөлҡәрнәеваға. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итә. Белешмә: Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының Һәм Ҡырғыҙ Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 2,3 тапҡырға артҡан, шул иҫәптән экспорт – 2,3 тапҡырға, импорт – ике тапҡырға. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты-2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған ғәмәлдәге үҫешен тәьмин итеү. Маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” һәм ”Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспорт”ты үҫтереүҙең системалы саралары федераль проекттары сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә планлаштырыла. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru