Май айындағы дегәнәктең файҙаһы ҙур. Дегәнәк япрағының яҙғыһы, яңы ғына сыҡҡаны, иң файҙалыһы. Япраҡтары баш ауыртыуын баҫа, эс китеүҙе туҡтата, йүтәлдән ҡотҡара,яман шеште иҫкәртә, булғанын кесерәйтә һәм бөтөрә, иммунитетты нығыта, аш эшкәртеүҙе яҡшырта. Әҙерләү: 1 аш ҡалағы дегәнәк япрағына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, 2 сәғәт төнәтергә. Көнөнә ике тапҡыр ашарҙан 15-20 минут алда бер ҡалаҡ ҡабул итергә. Ҡайнар һыуҙа бешекләнгән япраҡты һыҙлаған быуындарға ябып торорға ла була. Белгестәр дегәнәк һутын көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда бер балғалаҡ эсергә ҡуша. Дауаланыу курсы — бер ай. Унан һуң организмды бер ай ял иттереп алырға кәрәк. Иң яҡшыһы — йылына өс тапҡыр берәр айлап ҡулланыу. Һутты әҙерләү: Дегәнәк япрағын ит үткәргес аша сығарып, ваҡ тишекле иләк аша һөҙәләр. Бәләкәй һауыттарҙа туңдырғыста һаҡлана. Кәрәк ваҡытта ғына иретеп эсергә мөмкин. Туңһа ла, файҙалы сифаттары юғалмай. Фото һәм текст сығанағы: "Сәләм" телеканалы.