“Барыһы ла бик яҡшы башланғайны. Танышҡан саҡта 18 йәш тә юҡ ине әле миңә. Тыуған көнөмә бер аҙна ваҡыт ҡалғас, мин, илебеҙҙең баш ҡалаһына белем алырға тип килгән ҡыҙ, үҙемдән ун өс йәшкә оло ир менән таныштым. Әллә күпмегә ҙурыраҡ булыуы ла туҡтатманы: ул миңә аҡыллы, көслө, иңемә төшкән бар ауырлыҡтарҙы хәл итерлек һәм үҙемде яҡларлыҡ кеше кеүек тойолдо. Үҙем атайһыҙ үҫкәнгәлер, Альбертҡа тиҙ өйрәндем. Хәҙер уйлайым да, булмаған атай һөйөүен унан эҙләгәнмендер, күрәһең. Танышҡандан һуң оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, бергә йәшәргә тәҡдим итте Альберт. Мин ни, уға мөккиббән киткән кеше, ризалығымды биргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ярты йыл арыу ғына торҙоҡ: ул үҙенең “статус”ын һаҡларға тырышты. Бик иртә шатланғанмын икән... Бер аҙҙан Альберт “йәшһең әле, әйҙә, аҡсаны үҙем тотам", "аҙыҡ-түлекте икәү һатып алайыҡ", "был күлдәкте кейергә ярай, ә быныһын юҡ...” ти башланы. Ул ваҡытта иремдең был ҡылыҡтарына артыҡ иғтибар ҙа итмәй, хәстәрлек тип ҡабул итә инем. Ә бер көндө балаға уҙғанымды аңланым. Ти