Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Аллаһ Тәғәлә миңә ҙур көс бирә"

Өфөлә Башҡортостандың Спорт министрлығы ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан адаптив спорт донъяһында мөһим ваҡиға булды. 24 апрелдә Р.А. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостандың һәм Татарстандың үҙенсәлекле кешеләре осрашты. 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр “смогукарҙар”ҙа ғәҙәти булмаған спорт ярышы – йүгереүҙә ҡатнашты. Марат Ильясовтың тренажерҙары шулай тип атала, улар бөтә мускул төркөмдәренә тиерлек эшләргә мөмкинлек бирә һәм кешеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Тренажерҙар бөгөн Татарстан Республикаһының Әбсәләм ауылындағы “ТАПАРТ” тәжрибә электр-механик заводы, “Татнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм “Пакер” фәнни-производство фондының берлектәге предприятиеһында етештерелә. Марат Ильясовтың башланғысын 2022 йыл аҙағында Владимир Владимирович Путин хуплай. Президент бындай сараны бөтә ил буйынса үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. – Беҙгә артабан да бергәләп, көстәребеҙҙе берләштереп, ярҙамға мохтаж булған һәр кемдең яңғыҙ түгеллеген, дәүләттең һәм битараф булмаған кешеләрҙең терәген тойоуын тәьмин итергә кәрәк. Марат, һеҙ бик дөрөҫ, бик изге һәм бик файҙалы эш менән шөғөлләнәһегеҙ, – тине ул саҡта Владимир Путин. Өфөлә уҙған ярыштар 2023 йылда икенсегә булды. Рәсәй Президентының күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары хөкүмәттәре “смогукарҙар”ҙа төбәк-ара ярыштар үткәрҙе. – Хыялым – минең кеүек үк хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү. Һәм ул һәр ошондай ярыш менән тормошҡа ашырыла, – тине Марат Ильясов сара аҙағында. “Смогукарҙар” авторының тарихы өмөт уята. 16 йыл элек аварияға эләгеп, тулыһынса фалиж һуҡҡан Марат Ильясов үҙе аяҡҡа баҫыуға өлгәшә һәм хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән башҡа кешеләргә лә ярҙам итә. Былар барыһы ла 2020 йылдың декабрендә Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңлеханов, “Татнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Наил Маганов булышлығында, шулай уҡ Башҡортостандан “Пакер” фәнни-производство фирмаһы партнерҙар командаһының бағыусылыҡ һәм хәйриә ярҙамы менән асылған Баулы ҡалаһындағы заманса һауыҡтырыу-реабилитация үҙәгендә ғәмәлгә ашырыла. Байрамда ҡатнашыусыларға ла, ойоштороусыларға ла “Пакер”ҙан сағыу һәм изге бүләктәр әҙерләнгән. Спорт ваҡиғаһын бағыусы ойошторған фотосессия тулыландырҙы: һәр ҡатнашыусы иҫтәлеккә рамда шәхси фотоһүрәт алды. – Ярыш һөҙөмтәләре беҙҙе бик ҡыуандыра. Ойоштороусылар был залда ике республиканан кешеләрҙе: йөҙҙән ашыу спортсыны йыя алды. Егерме ике комплект миҙал уйнатылды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты “Пакер” фәнни-производство фондының персонал буйынса директор урынбаҫары Элина Горовая. Рәсәйҙә адаптив спорттың үҫешеүе ҡыуаныслы. Рәсәй Президенты, туғандаш республикалар етәкселәре, сараның бағыусылары һәм уҙаҡташтары ярҙамында уҙған спорт ярышы күптәрҙе әүҙемлеккә һәм спорт менән шөғөлләнеүгә рухландырҙы. Тимәк, киләһе ярышта тағы ла күберәк ҡатнашыусылар һәм спортсылар йыйыласаҡ. – Иң мөһиме – килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын үҙеңдә эҙләргә һәм тәүге аҙымдар яһарға ихтыяр көсө табырға кәрәк. Әлбиттә, бик ауыр, ҡайһы саҡта бөтөнләй килеп сыҡмаҫ­тай тойола, икеләнеүҙәр, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, һыҙла­ныуҙар солғап ала. Шул минут­тарҙа үҙеңә ышанысты юғал­тырға ярамай һәм алға барыуҙы дауам итергә кәрәк. Миңә рухи яҡтан психолог, психотерапевт Виктор Франклдең “Сказать жизни Да” китабы ла ныҡ ярҙам итте. Аллаһ Тәғәлә миңә ҙур көс бирә. Кешеләр күп осраҡта мәсеткә нимәлер һорарға йөрөй, ә мин уға рәхмәт әйтергә барам. Уның көсөнә ышанып, ысынлап та, мөғжизәләр эшләйһең. Мин үҙемә, кешеләргә ышанам. Шул уҡ ваҡытта ышаныу ғына аҙ, ә эшләргә кәрәк, – ти Марат. Автор фотолары.