“Герой ҡатыны” – республикала Ватан яугирҙәре ғаиләләренең төбәк комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич тәҡдиме буйынса барлыҡҡа килгән проект. Ул Ватанды һаҡлаған һәм уның өсөн ғүмерен биргән геройҙарҙың, яугирҙәрҙең яҙмышы тураһында һөйләй, улар хаҡында иҫтәлектәр туплауға булышлыҡ итә. Был турала БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. – Төп маҡсат – хәрби көстәрҙә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү генә түгел, ә ирҙәребеҙҙең юҡҡа һуғышмауын, Рәсәй армияһының иң көслөһө булыуын күрһәтеү, ирҙәрҙең ныҡлы, ышаныслы тылы барлығын белдереү. Беҙгә шулай уҡ арабыҙҙа булғандар тураһында иҫтәлекте һаҡлау мөһим, – ти уның кураторы. Проект бер-береһенә ярҙам иткән яугирҙәрҙең ҡатындарын һәм тол ҡатындарын берләштерә. Бөтә фотоларҙа һәм видеоларҙа ҡатын-ҡыҙҙар хәрби кителдә төшә. Тәүге фотосессиялар былтыр үткәрелгән һәм шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән. Хәҙер Өфөнөң “Герой ҡатыны” проекты архивында 70-тән ашыу ғаилә фотоһүрәттәрен, улар менән баннерҙарҙы ҡала урамдар