Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хоспис тиҙҙән эш башлай

24 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дауаланмаған ауырыуҙарға дусар булған өлкәндәр һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлөү өҫтөндәге республика хосписы биналарын ҡараны. Төбәк етәксеһе өлкәндәр һәм балаларҙың блоктары, комплекстың ашханаһы менән танышты. Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, уның 20-һе балаларға тәғәйенләнгән. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн ҡунаҡхана бүлмәләре лә ҡаралған. Учреждение биләмәһендә шулай уҡ балаларҙың адаптив майҙансығы һәм ял итеү өсөн зоналар йыһазландырыласаҡ. Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты генераль директоры Марат Вәсимов әйтеүенсә, майҙансыҡта төп төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған. Уларҙың бер өлөшө бушлай хәйриә ярҙам сифатында башҡарылған. Дизайн ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу өсөн республика колледждары студенттары йәлеп ителгән. Хоспис өсөн шулай уҡ ҙур ғына күләмдә медицина ҡорамалдары ла алынған. Башҡортостан Башлығы хосписта эшлекле кәңәшмә уҙғарҙы. Унда файҙаланыуға тапшырыу, учреждениеның артабанғы эш планы тикшерелде. Май айында дөйөм майҙаны 13 мең квадрат метрға тиң биналар комплексы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. - Хосписты асыу менән бәйле һорауҙарға барлыҡ яуапты ла таптыҡ. Беҙҙең планда – уны йәйен эшләтеп ебәреү. Минең фекеремсә, июлдә бында тәүге пациенттар ҡабул ителәсәк, - тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.