Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәшәү шарттары яҡшырһын өсөн

Межгорьеның көньяҡ-көнбайыш микрорайонынында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (нацональный проект «Жилье и городская среда») буйынса йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Был турала төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә. Был биләмә былтыр йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреү һөҙөмтәһендә еңеүсе була. Реконструкция бер нисә этапта үтәсәк. Быйыл эштәр Үҙәк майҙанда башҡарыласаҡ. 2024 йылда биләмәне төҙөкләндереү өсөн һәр кем тауыш бирә ала. Онлайн тауыш биреүҙә ҡатнашыусы һәр кем 15 апрелдән алып 31 майға тиклем төҙөкләндереү өсөн бер биләмәне һайлай ала. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхите уңайлылығын күтәреү. Милли проект граждандарҙы үҙҙәренең ҡалаларында төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә граждандарҙы әүҙем йәлеп итеүҙе күҙаллай. Бынан тыш милли проекттың тағы ла бер бурысы бар – ул йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыуҙы һәм 5 миллион ғаиләнең йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото: Башинформ.