Тимерғәзи Тәүәф улының яҙмышында төрлө теүәл һандар күп булыуы асыҡланды. Мәҫәлән, тормош иптәше менән теүәл етмеш йыл йәшәп өлгөргәндәр, ә алтмыш йыл ғүмерен (!) “Сода” заводына арнаған. Бына һуғыш йылдары ғына уның өсөн биш (теүәл) йыл булмай – хәрби хеҙмәткә ветеран һигеҙ йыл ғүмерен арнай... – 1943 йыл ине. Һуғыштың ҡыҙған мәле, һыналыш осоро ваҡыты һәм беҙгә лә, 17 йәшлектәргә лә,сират етте... – тип хәтер ебен һүтә олатай. – Беҙ дәрте ташып, һуғышырға ынтылып торған малайҙар, дөрөҫөн әйткәндә, был ҡарарҙы көтөп ала алмай инек, шуға саҡырыу килгәс тә дәррәү ҡуҙғалдыҡ. Шулай ҙа фронтта, алғы һыҙыҡта хеҙмәт итергә тура килмәй Тимерғәзи Ғәлләмовҡа, хатта, сағыштырмаса, “өйҙә” лә әле. Ғөмүмән, уны Силәбе өлкәһендә хәрби заводҡа дәүләт һағы хеҙмәте сафына тәғәйенләйҙәр. Әлбиттә, бер нисә тапҡыр фронтҡа китәм тип ынтылып ҡарай ул, әммә хәрби приказды боҙоу юҡ, үтенес кире ҡағыла... Хәйер, һуғыш һуғыш майҙанында ғына бармай шул, тылда ла, аңдарҙа ла дауам итә. Хәрби заводта ла төрлө сетер