Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тиҙҙән был урын гөл баҡсаһына әйләнәсәк

Өфө районы Зубов ауылының республика клиник инфекция үҙәге биләмәһендә "Беҙҙең табиптарға рәхмәт!" аллеяһы асылды. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ инфекция дауаханаһының табиптары һәм шәфҡәт туташтары бөтәһе 25 төп миләш, 10 төп алмағас, 30 төп ҡарағай, бынан тыш йөҙҙән ашыу ҡыуаҡлыҡ ултыртты. Шәфҡәт туташы Альмира ханым әйтеүенсә, тиҙҙән был урын гөл баҡсаһына әйләнәсәк, был – табиптарҙың батырлығын күрһәтеп һәм фиҙакәрлеген раҫлап торған аллея буласаҡ. – Ағас ултыртырға ашҡынып килдем, – тип һөйләй табиптар. – Ағас – ул мәңгелек, ошо ағастар тирә-яҡты таҙартыу ролен үтәүҙән тыш, врачтарға мәҙхиә лә йырлаясаҡ, һәйкәл булып торасаҡ. Ошо саранан аҡ халатлылар башҡарған эштәренән оло ҡәнәғәтлек алып, байрамса кәйефтә таралышты. Фото: Илдар Аҡъюлов.