Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов үткәрҙе. Ҡыҫҡаһы, быйыл “Геоскан-Өфө” предприятиеһы Беларусь Республикаһының “Авиация технологиялары һәм комплекстары” компанияһы менән берлектә махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн 10 пилотһыҙ аппарат һәм 20 агродрон етештерәсәк. “Геоскан-Өфө” компанияһы шулай уҡ “РВ-1” радиоэлектрон технопаркын булдырыу буйынса ҡатнаш проектты тормошҡа ашыра. Инвестициялар күләме бында 1 миллиард һумдан ашып китәсәк. Проект федераль бюджеттан субсидия биреүгә һайлап алыу үтте (2023–2024 йылдарға 504 миллион һум). Апрелдә Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән тейешле килешеүгә ҡул ҡуябыҙ”, – тип уртаҡлашты Андрей Назаров. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 26 – 28 июндә Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәреның Х юбилей форумы уҙасаҡ. Фото: t.me/agnazarov
“Геоскан-Өфө” компанияһы “РВ-1” радиоэлектрон технопаркын булдырыу буйынса ҡатнаш проектты тормошҡа ашыра
14 апреля 202314 апр 2023
~1 мин