“Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсын иғлан иткәйне. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Конкурсанттар араһында Дыуан районының Өлкөндө ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы ла бар. Ира Аданис ҡыҙы Садиҡова 1965 йылда Дыуан районының Өлкөндө ауылында тыуып үҫкән. 2019 йылдан Өлкөндө ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы булып эшләй. 1982 йылда Өлкөндө урта мәктәбен тамамлағас, Златоуст медицина училищеһына уҡырға инә. 1984 йылда Дыуан участка дауаханаһына шәфҡәт туташы булып эшкә урынлашып, 35 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. 2019 йылда Өлкөндө ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы итеп һайлайҙар. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улы Борис әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша, инженер-сапер ғәскәрҙәрендә водитель. Ҡыҙҙары Лариса 1985 йылғы. Ира Аданис ҡыҙы ике ейән һә бер ейәнсәргә өләсәй. – “Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы муниципаль районының ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү” муниципаль программаһы буйынса “Ял паркы” төҙөлдө. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп алдында ҡоймалар ҡуйҙыҡ, юл билдәләре урынлаштырҙыҡ. Юлдарҙы ремонтланыҡ. Һыу менән тәьмин итеү системаларын тергеҙеү буйынса ағымдағы ремонт эштәре уҙғарылды. Урамдарҙағы асфальт-бетон юлға ағымдағы ремонт үткәрелде. Йылантөп ауылында янғын һүндереү автомобилдәрен ҡуйыу өсөн 12х12 метр ҙурлығында һыу алыу майҙансығы булдырылды. 2022 йылда "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында еңеү яулап, 35х18 квадрат метр ҙурлыҡта хоккей майҙансығы төҙөнөк. Ауыл биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эш даими алып барыла, – тип һөйләне Ира Аданис ҡыҙы. Өлкөндө ауыл биләмәһе халҡы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә - ауылдаштарына, райондаштарына гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Бына шулай беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар көслө заттарҙан һис тә ҡалышмай, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы йөгөн дә лайыҡлы тарта. Фото: Ира Садиҡованың шәхси архивынан.
Шәфҡәт туташына ышаныс белдереп, ауыл яҙмышын тапшырғандар
14 апреля 202314 апр 2023
1 мин