Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Фәҡирҙәрҙе һоранып йөрөүҙән ҡотҡарығыҙ”

Әҙәм балаһы фытыр саҙаҡаһы бирмәһә, уның ураҙаһы ҡабул ҡылынмай, Рамаҙан айында башҡарған изге ғәмәлдәре Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәй, тиелә динебеҙҙә. Уның быйылғы күләме түбәндәгесә билдәләнгән: * матди хәле уртасанан түбәнерәк мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 150-шәр һум;* урта хәлле мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 300-әр һум;* хәлле мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 800-әр һум. Мәғлүм ки, бындай күләмдәр арпаның, бой­ҙайҙың, хөрмәнең, йөҙөмдөң хаҡына ҡарап бил­дәләнә. Фытыр саҙаҡаһы – фарыз ғәмәл, уны һәр кем үтәргә тейеш. Балалар өсөн ата-әсәһе бирә. Саҙаҡаны иман йортона алып барып тап­шырырға, шул уҡ ваҡытта мохтаждарға, ярлыларға таратырға мөмкин. “Фәҡирҙәрҙе һоранып йөрөүҙән ҡотҡарығыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, иншаллаһ! 14 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Фото: islam.ru