Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ

"Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ". Гөлсирә апайҙың яңы китабы шулай тип атала. Ә ошо һүҙҙәрҙе яратҡан әҙибәбеҙҙең үҙенә төбәп тә әйтеп булыр ине! Ысынлап та, Гөлсирә апай "Китап" нәшриәте үткәргән "Автограф көнө"нә йөҙөнән нур сәсеп килеп инде лә осрашыу тамамланғансы ижадын яратыусыларҙы ошо нуры менән йылытты. Осрашыуҙы башлағанда "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева: "Гөлсирә апайҙың китаптарын рекламаларға ла, алығыҙ тип ныҡышырға ла кәрәкмәй, улар һатылмай ҙа ятмай. Яңы китабы сығырға йөрөгәнен белеп ҡалған кешеләр түҙмәй нәшриәткә шылтырата, ҡасан сығыры менән ҡыҙыҡһына. Һәр баҫмаһы түҙемһеҙлек менән ҡаршы алына", – тине. Ысынлап та, "Гөлсирә Ғиззәтуллинаның китабы" тигән һүҙ үҙе генә лә – баҫманың ғәжәп уҡымлы булырына ишара. Гөлсирә Мирза ҡыҙын тыңлағанда, уның тәрән аҡылына, белеменә, донъяға ни ҡәҙәр төплө ҡараш менән баҡҡанына торған һайын нығыраҡ ғәжәпләнәһең, һоҡланаһың, һабаҡ алаһың, бәйән иткәндәрен донъяңды онотоп тыңлайһың. Бөгөнгө осрашыуҙа ла ваҡыт бер тынала ү

"Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ". Гөлсирә апайҙың яңы китабы шулай тип атала. Ә ошо һүҙҙәрҙе яратҡан әҙибәбеҙҙең үҙенә төбәп тә әйтеп булыр ине! Ысынлап та, Гөлсирә апай "Китап" нәшриәте үткәргән "Автограф көнө"нә йөҙөнән нур сәсеп килеп инде лә осрашыу тамамланғансы ижадын яратыусыларҙы ошо нуры менән йылытты. Осрашыуҙы башлағанда "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева: "Гөлсирә апайҙың китаптарын рекламаларға ла, алығыҙ тип ныҡышырға ла кәрәкмәй, улар һатылмай ҙа ятмай. Яңы китабы сығырға йөрөгәнен белеп ҡалған кешеләр түҙмәй нәшриәткә шылтырата, ҡасан сығыры менән ҡыҙыҡһына. Һәр баҫмаһы түҙемһеҙлек менән ҡаршы алына", – тине. Ысынлап та, "Гөлсирә Ғиззәтуллинаның китабы" тигән һүҙ үҙе генә лә – баҫманың ғәжәп уҡымлы булырына ишара. Гөлсирә Мирза ҡыҙын тыңлағанда, уның тәрән аҡылына, белеменә, донъяға ни ҡәҙәр төплө ҡараш менән баҡҡанына торған һайын нығыраҡ ғәжәпләнәһең, һоҡланаһың, һабаҡ алаһың, бәйән иткәндәрен донъяңды онотоп тыңлайһың. Бөгөнгө осрашыуҙа ла ваҡыт бер тынала үтте һымаҡ. Яҙыусының әйтергә теләгәндәрен, йәшәйештең ҡатмарлы ла, ябай ҙа фәлсәфәһен уның әҫәрҙәре биттәренән табырға, геройҙары йөҙөндә замандаштарыбыҙҙы танырға ҡала. "Был китабымда мин нөктә ҡуйманым. Уны һеҙ, уҡыусыларым, ҡуйырһығыҙ", – тине Гөлсирә Мирза ҡыҙы китабы менән таныштырғанда. Осрашыу барышында әҙәбиәт һөйөүселәр яҙыусыға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, автографы ҡуйылған китапҡа эйә булып ҡыуанды. Китап уҡырға яратыусылар өсөн ғәжәп фәһемле, иҫтәлекле булды был "Автограф көнө". И.Йосопова һәм автор фотолары.