Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһының INVESTRB.RU порталында эшҡыуарҙар өсөн 50–нән ашыу саралар теҙмәһе күрһәтелгән. – Эшҡыуарҙарға мәғлүмәти яҡтан, шулай уҡ үҫеш һәм белем биреү өлкәһендә ярҙам күрһетеү – иң мөһиме. Бөгөн илдә бизнес өсөн төп навигатор булып Инвестпортал һанала. Көн һайын тиерлек эшҡыуарҙар өсөн төрлө сараларҙың анонстары яҡтыртыла, үҙ эшен асырға теләүселәргә лә бик мөһим яңылыҡтар ҡуйыла. Шулай уҡ консультациялар, форумдар, күргәҙмәләр, вебинарҙар, асыҡ осрашыуҙар, конференциялар даими үткәрелә, -ти республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. Апрель аҙағына тиклем эшҡыуарҙарға 12 консультация, 11 вебинар, алты форум, алты күргәҙмә, дүрт оҫталыҡ дәресе, өс конференция, шулай уҡ күсмә турнир, эшҡыуарҙарҙы шәхси ҡабул итеүҙәр, воркшоп, марафон и хакатон тәҡдим ителә. Был саралар республика һәм федераль кимәлдә ойошторола, осрашыуҙарға яңы үҙ эшен асҡан һәм тәжриәбәле бизнес өлкәһе вәкилдәре саҡырыла. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru